4 декабрь, Йәкшәмбе

17 ноябрь 2010 йыл, 11:28

Өфөлә Зорге урамында уйын клубын яптылар

автор: Ольга Мортазина

Башҡортостан баш ҡалаһында республика Эске эштәр министрлығының Иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш буйынса идаралығы оперативниктары сираттағы йәшерен казиноны япты. Зорге урамындағы уйын клубы металл ишектәр артына йәшеренгән булған. Ҡиммәтле йыһаздар һәм хоҡуҡ һаҡлаусылар визитынан һаҡлауҙың юғары кимәле  — бөгөн йәшерен элиталы казиноларҙың айырылғыһыҙ атрибуттары. Хоҡуҡ һаҡлаусылар шулай ҙа планлаштырылған сара үткәрҙе — былар барыһы ла оперативниктарҙың ныҡышмалы эшләү һөҙөмтәһе, уға йыш ҡына бер нисәшәр ай сарыф ителә. Тентеү барышында покер өсөн өҫтәлдәр, рулеткалар һәм уйын автоматтары тартып алынды, улар һуңынан эш буйынса матди дәлилдәр булып торасаҡ, тип хәбәр иттеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.    

темалар: уйын бизнесы