5 декабрь, Дүшәмбе

17 ноябрь 2010 йыл, 11:10

Өфөлә төҙөлөш материалдары гипермаркеты барлыҡҡа киләсәк

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

16 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә БР Президенты Рөстәм Хәмитов «OBI» халыҡ-ара сауҙа селтәре етәксеһе Иан Дэвид Стрикланд менән осрашты. Компания төрлө ассортименттағы төҙөлөш тауарҙары менән сауҙа итә. Уның штатында 38 мең самаһы кеше. Компанияның йыллыҡ финанс әйләнеше – ете миллиард евронан ашыу.

Һөйләшеүҙәр барышында «OBI»ның Башҡортостан баҙарына инеү перспективалары тикшерелде. Стрикландтың һүҙҙәренә ҡарағанда, республика башлығы менән һөйләшеү бик йөкмәткеле килеп сыҡҡан. Һөҙөмтә – Өфөлә ҙур «OBI» магазины төҙөү тураһында һөйләшеп килешеү. Осрашыуҙа ҡатнашҡан РФ Дәүләт Думаһы депутаты Андрей Назаров, был магазин ҡалала бер йылдан һуң барлыҡҡа килергә тейеш, тип билдәләне. Уның майҙаны – 12,5 мең квадрат метр самаһы. Шулай уҡ күпмелер ваҡыттан һуң икенсе магазинды асыу планлаштырыла. Ике объектҡа инвестицияларҙың дөйөм күләме миллиард ярым һумдан ашыу тәшкил итә.

— «OBI» компанияһы донъялағы төҙөлөш тармағына махсуслашҡан төп сауҙа селтәрҙәренең береһе булып тора, — тине Андрей Назаров. – Шуныһы яҡшы, етәкселек менән уртаҡ тел таба алдыҡ. Яңы магазиндар асыу Өфө халҡына арзан һәм сифатлы тауар һатып алыу мөмкинлеге бирәсәк, шулай уҡ Башҡортостан баш ҡалаһын яңы эш урындары менән тәьмин итәсәк. Бындай ҙур компанияларҙың республикаға килеүе башҡалар өсөн яҡшы стимул булып тора. Башҡортостанда инвесторҙар йәлеп итеү өсөн бөтә кәрәкле шарттар тыуҙырыла, һәм беҙҙең баҙарҙа «OBI» барлыҡҡа килеүе бик тә законға ярашлы.