6 декабрь, Шишәмбе

17 ноябрь 2010 йыл, 10:39

Башҡортостанда ауыл хужалығы продукцияһының төп өлөшө ауыл халҡының шәхси хужалыҡтарында етештерелә

автор: Рәил Мусин

Башҡортостанда ауыл хужалығы продукцияһының ҙур өлөшө ауыл халҡының шәхси хужалыҡтарында етештерелә, һәм байтаҡ райондарҙа тап индивидуаль хужалыҡтарға баҫым яһала. Миҫал өсөн, Шаран районында быйылғы йылдың туғыҙ айы йомғаҡтары буйынса малсылыҡ продукцияһы етештереү үткән йыл кимәлендә ҡалған, шул уҡ ваҡытта етештерелгән ит (71%), һөт (76%), йомортҡа (99%) һәм йөндөң (93%) ҙур өлөшө ауыл халҡының шәхси хужалыҡтарына тура килә. Атап әйткәндә, әгәр һөт быйылғы йылдың өс кварталында район буйынса 27173 тонна етештерелһә, был күләмдән ни бары 6,5 мең тоннанан күберәге ауыл хужалығы предприятиеларына тура килә. Ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренең продукция етештереүҙең дөйөм күләмендәге өлөшө уҙған йылдың анализланған осоро менән сағыштырғанда һиҙелерлек кәмеүен белгестәр тәү сиратта йәйге ҡоролоҡ менән аңлата.  Дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең Шаран бүлексәһе мәғлүмәте буйынса, районда ҡоролоҡтан 16 мең гектарҙан ашыу иген культуралары зыян күргән. Аномаль ҡоролоҡ район иҡтисадына 205 миллион һумдан ашыу суммалыҡ дөйөм зыян килтергән.

темалар: ауыл хужалығы