8 декабрь, Кесе йома

17 ноябрь 2010 йыл, 10:24

Ауыл юлдарын комплексы төҙөүҙе проектлауға тотондолар

автор: "Башинформ"

Башҡортостан федераль бюджеттан ауыл юлдарын төҙөүгә 3-4 миллиард һум аҡса алыуға иҫәп тота ала. Был турала республика Президенты Рөстәм Хәмитов Хөкүмәттәге кәңәшмәлә хәбәр итте.

Төбәк башлығы профилле министрлыҡтарға һәм ведомстволарға йылдам темптар менән ауыл юлдарын төҙөүҙең комплекслы пландарын әҙерләргә ҡушты. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, ауыл-ара юлдарҙы иҫке технологиялар буйынса төҙөү маҡсатҡа ярашһыҙ. Күпкә сыҙамлыраҡ һәм сифатлыраҡ материалдарҙы, шулай уҡ яңы эшкәртмәләрҙе файҙаланырға кәрәк. Өлгө сифатында Президент Нижегородка өлкәһе тәжрибәһен өйрәнергә саҡырҙы.

Аныҡлап үтәйек, Нижегородка өлкәһендә 2007 йылда автомобиль юлдарын төҙөгәндә грунтты нығытыуҙың традицион булмаған технологияларын ҡулланыу буйынса эксперимент үткәрелә. Һөҙөмтәлә, алты эксперимент технологияһынан дүртәүһе һайлап алына: Дорзин, Consolid, Nicoflok һәм Nanostab. Бындай юл япмаһы 20 тоннаға тиклем ауырлыҡҡа сыҙай, ә уның хеҙмәт итеү срогы һигеҙ йылға етә.

Эксперттар иҫәпләүенсә, инженер ҡоролмалары төҙөлөшөн иҫәпкә алмайынса, бер километр юл һалыу хаҡы 5 миллион һум тәшкил итә. Ионлы стабилизаторҙар технологияһын файҙаланыу юлдар төҙөлөшөн кәмендә ике тапҡырға арзанайтырға булышлыҡ итәсәк. Был технология ярҙамында Европала асфальт шоссе юлдары, ауыл-ара грунтлы юлдар, ваҡытлыса юлдар, ултырыу полосалары төҙөлә, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.