9 декабрь, Йома

17 ноябрь 2010 йыл, 9:56

Киләһе айҙа Мәскәүҙә «Иң яҡшыһы - балаларға» күргәҙмәһе үтәсәк

автор: Любовь Колоколова

9 — 12 декабрҙә Мәскәүҙә, «Манеж» үҙәк күргәҙмә залында, «Иң яҡшыһы — балаларға» күргәҙмәһе үтәсәк. Уның инициаторы булып Рәсәй Йәмәғәт палатаһының «Иң яҡшыһы — балаларға» программаһы ойоштороу комитеты сығыш яһай.

Балаларға тауарҙар етештереүсе һәм уларға бәйле хеҙмәт күрһәтеүсе предприятиелар күргәҙмәлә ҡатнашыуға саҡырыла. Форум сиктәрендә балалар тауары ассортиментына һәм үҫеп килеүсе быуынға күрһәтелеүсе хеҙмәткә бәйле ойошторолған конкурс экспертизаһына йомғаҡ яһаласаҡ. Конкурс йомғаҡтары буйынса иң яҡшы балалар тауарҙары ассортименты һәм хеҙмәттәр «Иң яҡшыһы– балаларға» сифат билдәһе менән наградланасаҡ.  

Башҡортостандың Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы профилле предприятиеларға был күргәҙмәлә ҡатнашырға тәҡдим итә.