10 декабрь, Шәмбе

15 ноябрь 2010 йыл, 16:12

Республикала ҡулланыу хаҡтары индексы октябрҙә 100,3% тәшкил итте

автор: Ғәлиә Нәбиева

Октябрҙә республика статистиктары хаҡтарҙың артыҡ үҫеүен билдәләмәне. Сентябрь менән сағыштырғанда аҙыҡ-түлеккә хаҡтар 0,2 процентҡа артты. Аҙыҡ-түлек булмаған тауарҙарға хаҡтар артыуы 0,9 процент тәшкил итте. Дөйөм алғанда, республика буйынса хеҙмәтләндереүҙәр хаҡы 0,6 процентҡа арзанайҙы.

Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ҡулланыу хаҡтары индексы республикала 2010 йыл башынан алып 107,3 процент тәшкил итте, был Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән (106,8%) юғары. Волга буйы федераль округында иң түбән индекс Һамар өлкәһендә — 105,9%, иң юғары — 108,7 процентҡа тиклем Марий Иле Республикаһында һәм Удмуртия Республикаһында.