Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

БР Ауыл хужалығы министрлығы Агросәнәғәт комплексының 2020 йылға тиклем үҫеш стратегияһы проектын әҙерләне

Иҡтисад

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы Республика агросәнәғәт комплексының 2020 йылға тиклем үҫеш стратегияһы проектын әҙерләне. Был тармаҡ үҫеше программаһы – республиканың алдынғы ауыл хужалығы предприятиеларының, муниципаль район хакимиәттәренең һәм министрлыҡ белгестәренең берлектәге тикшереүҙәре һәм тәҡдимдәре һөҙөмтәһе.

Проекттың был һуңғы варианты түгел. Рәсми раҫланғанға тиклем документ фекер алышыу өсөн ведомство сайтының «Көнүҙәк» тип аталған бүлегендә урынлаштырылған. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тәҡдимдәрегеҙҙе һәм өҫтәмәләрегеҙҙе info@mshp.ufanet.ru адресы буйынса ебәрергә, шулай уҡ ауыл хужалығы министры Азат Йыһаншиндың блогында проектты тикшереүҙә ҡатнашырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть