Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостандан аҫрауға бала алыусы ғаилә Бөтә Рәсәй ассамблеяһында билдәләнде

Йәмғиәт

Белорет районының Инйәр ауылынан аҫрауға бала алыусы Алтыновтар ғаиләһе Мәскәү эргәһендә үткәрелгән Бөтә Рәсәй тәрбиәгә бала алыусы ғаиләләр ассамблеяһы сиктәрендә «Художестволы ижад» номинацияһында икенсе урын яуланы.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Алтыновтар — 2009 йылғы  республика опекундар (попечителдәр), тәрбиәгә бала алыусы һәм патронат ғаиләләр конкурсында еңеүселәр. Лут Әхмәтшәриф улы менән Гөлнур Ғималетдин ҡыҙының ете балаһы, шуларҙың дүртәүһен тәрбиәгә алғандар. Үҙ ҡыҙҙары инде үҙ аллы йәшәй, һәр береһенең үҙ ғаиләһе. Алтыновтар аҫрауға алған балаларҙың иң өлкәненә – 16, кесеһенә алты йәш.

Ижади ассамблеяла Рәсәйҙән 17 ғаилә ҡатнашты. Ижади конкурс йыл һайын “Рәсәй балалары” федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә үткәрелә. Был сараның маҡсаты — ғаилә ҡиммәттәрен популярлаштырыуға, аҫрауға бала алыусы ғаиләнең ыңғай образын формалаштырыуға, балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең берлектәге ижад традицияларын нығытыуға, ата-әсәһенән мәхрүм ҡалған балаларҙы ғаиләлә тәрбиәләү тәжрибәһен таратыуға булышлыҡ итеү.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть