9 декабрь, Йома

15 ноябрь 2010 йыл, 15:27

Һигеҙ «НефАЗ» автобусы тиҙҙән Хабаровскиға оҙатыласаҡ

автор: Любовь Колоколова

Декабрҙә һигеҙ «НефАЗ» ҡала автобустары Алыҫ Көнсығышҡа оҙатыласаҡ. Был Хабаровскиға пассажирҙар автобустары ташыуға тендер һөҙөмтәһе. Нефтекама автозаводы йәнә еңеп сыҡты.

«НефАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Хабаровск һәм Хабаровск крайы – завод өсөн яңы төбәктәрҙең береһе. Беренсе автобустар унда үткән йылда тапшырылған. Бөгөнгө көндә Хабаровск халҡын «НефАЗ» маркаһындағы 30-ҙан ашыу автобус йөрөтә.