8 декабрь, Кесе йома

15 ноябрь 2010 йыл, 14:50

Элекке хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры ришүәт алыуҙа ғәйепләнә

автор: Ольга Мортазина

13 ноябрҙә Өфө ҡалаһы буйынса Эске эштәр идаралығының тикшереү идаралығы БР буйынса Эске эштәр министрлығының Иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш идаралығы материалдары буйынса Ринат Тимербаевҡа ҡарата “ришүәт алыу” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты – 2010 йылдың 10 ноябренә тиклем ул республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын биләне, ә уға тиклем БР мәғариф министры урынбаҫары булды. Был турала БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.  

Яҡынса мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Тимербаев БР мәғариф министры урынбаҫары рангында сағында 2008 йылдың 11 декабрендә төҙөлөш предприятиеһы етәксеһе А. Аскеровтан уртаса баҙар хаҡы 1 736 880 һум торған «Лексус LX 470» автомобиле ҡабул итеп ала. Ришүәт Дыуан районының Ярославка ауылында смета хаҡы 210 718 312 һум тәшкил иткән 240 урынлыҡ мәктәп төҙөүгә асыҡ аукцион үткәрмәйенсә дәүләт контракты төҙөү өсөн тәғәйенләнә.  

Машина чиновниктың ҡатынына теркәлә. Милек формаһында алынған файҙаға алмашҡа Тимербаев был объект буйынса арттырып күрһәтелгән төҙөлөш-монтаж эштәренә ваҡытында аҡса түләүгә булышлыҡ итергә тейеш була. Иҫкәртеү сараһы итеп Өфөнән бер ҡайҙа ла ситкә китмәү тураһында документҡа ҡул ҡуйҙырталар.

темалар: коррупция