8 декабрь, Кесе йома

15 ноябрь 2010 йыл, 12:10

Өфө 2011 йылда ла «Берҙәм Рәсәй»ҙең яңы юлдары» проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашасаҡ

автор: Марина Шумилова | фото: Азат Саҙриев

Өфө 2011 йылда ла «Берҙәм Рәсәй» ҙең яңы юлдары” партия проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ярҙам аласаҡ. Партияның Төбәк советы Президиумы ултырышында ошо турала һүҙ алып барылды.

Проект ил масштабында 2007 йылдан тормошҡа ашырыла. Бөгөн ул 32 ҡалала – край һәм өлкә үҙәктәрендә алып барыла. 2009 йылда проект сиктәрендә миллионлы ҡалалар, шул иҫәптән Өфө лә, юлдарҙы ремонтлауға һәм төҙөүгә средстволар алды.  

— Өфө юлдар төҙөү һәм ремонтлауҙы өҫтәмә финанслауға мохтаж, — тип билдәләне ултырышта Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Павел Качкаев. — Проектҡа ярашлы 2009 йылда ҡалаға 493 миллион һум аҡса бүленде. Был средстволарға беҙ «Өфө-аэропорт» юлын тулыһынса реконструкцияланыҡ, ҡаланың юл селтәрҙәрен яңырттыҡ, Октябрь проспектын реконструкциялау үткәрелде, Жилин һәм Базилевкала юлдар төҙөлдө, Ташкисеү районында  күпер һәм уға килеү юлдары һалынды.  

Өфө мэры һүҙҙәренә ҡарағанда, «Берҙәм Рәсәй» партияһы ярҙамында проектты тормошҡа ашырыу киләһе йылда ла дауам иттереләсәк. Ҡала округы хакимиәте ҡаланың капиталь ремонтланырға тейешле урамдар исемлеген билдәләне лә инде. Улар — Зәки Вәлиди исемендәге, Комсомол, Рәсәй, Октябрҙең 50 йыллығы, Пушкин, Сипайлово, СССР-ҙың 50 йыллығы, Цюрупа һәм Киров урамдары.

2011 йылда Өфө «Берҙәм Рәсәй»ҙең яңы юлдары” партия проекты сиктәрендә 800 миллион һумға яҡын аҡса аласаҡ, тип көтөлә.

темалар: партиялар