Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Ауыл хужалығы предприятиелары йыл башынан алып 654 мең тонна һөт һауҙы

Иҡтисад

Республиканың ауыл хужалығы предприятиелары йыл башынан алып 654 мең тонна һөт етештерҙе. Был шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы иҫәпкә алмайынса. БР Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, йыл башынан һәр һыйырҙан 3412 килограмм һөт һауып алынған. Быйылғы ҡоролоҡ йылында был насар күрһәткес түгел, тип иҫәпләй министрлыҡтың малсылыҡты интенсивлаштырыу бүлеге белгестәре.  

Быйыл тәүлегенә уртаса һауым буйынса учалылар алда бара. Бында һәр һыйырҙан 11,2-шәр килограмм һөт һауып алалар. Ауырғазы районында 10,5-әр литр һөт һауалар. Республиканың традицион һөтсөлөк райондарына быйыл сиктән тыш ҡоролоҡ аяҡ салды. Шулай ҙа, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, Мәләүез, Стәрлетамаҡ һәм Саҡмағош райондары малсылары һәр һыйырҙан 9-ар килограмдан ашыу һөт һауып алалар.  

Йыл башынан алып республиканың 8 районы аграрийҙары дүрт меңлек рубежын үтеп китте.

— Бөтә хужалыҡтарҙа ла ашатыуҙың ҡышҡы рационына күстеләр, — тине малсылыҡты интенсивлаштырыу бүлегенең баш зоотехнигы Фәрит Салихов. – Әлеге ваҡытҡа малдың баланслы аҙыҡҡа талабы тулыһынса тәьмин ителгән.  

Шул уҡ ваҡытта малдарҙы ҡышҡылыҡҡа ҡураларға күсереү менән бәйле продуктлылыҡтың бер аҙ кәмеүе күҙәтелә – республикала тәүлегенә уртаса һауым 200 грамға кәмене. Белгестәр, йыл аҙағына был күрһәткес буйынса хәлде төҙәтеүгә өлгәшелер, тип ышана.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть