Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Өфөнөң икенсел торлаҡ баҙарында хаҡтар 0,4 процентҡа артты

Иҡтисад

Өфөлә тәҡдим ителгән икенсел торлаҡтың уртаса хаҡы квадрат метрына 43,2 мең һум тәшкил итә. Бер аҙнала ул 0,4 процентҡа артҡан.

Бер бүлмәле һәм ике бүлмәле фатирҙар сегменты нығыраҡ ҡыйбатланған — 0,6 процент. Өс бүлмәлеләрҙең хаҡы 0,2 процентҡа артҡан. Күп бүлмәле фатирҙарға уртаса хаҡ 0,1 процентҡа күтәрелгән.

«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре аналитигы Айгөл Степанова мәғлүмәте буйынса, бөгөнгө көндә иң арзан өс бүлмәле фатир ҡалала 800 меңгә тәҡдим ителә. Был 45 квадрат метрлыҡ фатир К.Маркс урамында урынлашҡан. Иң ҡыйбат фатир 16 миллион һум тора. Ул биш бүлмәле, дөйөм майҙаны — 220 квадрат метр, Октябрь проспектында урынлашҡан.

Бүлмәләр сегментындағы иң түбән хаҡ – 500 мең һум. Бында Интернациональ урамындағы 12 квадрат метрлыҡ бүлмә тураһында һүҙ бара. Иң ҡиммәт бүлмә — 1250 мең. Был Йәштәр бульварындағы бүлмәнең майҙаны – 17,2 квадрат метр.

Һатыуға ҡуйылған иң ҡыйбат коттедж 25 миллионға тәҡдим ителә. Ул Суровкала урынлашҡан, майҙаны — 430 квадрат метр.

Теги: күсем
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть