11 декабрь, Йәкшәмбе

15 ноябрь 2010 йыл, 11:09

Стәрлетамаҡтың нефтехимия продукцияһы етештереүселәре Германияла күргәҙмәлә булып ҡайтты

автор: Тамара Николаева, Әнисә Абдуллина

«Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы» һәм «Синтез-Каучук» акционерҙар йәмғиәттәре илебеҙҙең башҡа нефтехимия етештереүселәре менән бер рәттән бөтә донъя пластмасса һәм каучук индустрияһы профессионалдарының 18-се махсуслашҡан күргәҙмәһендә ҡатнашты. «K» исеме аҫтында үткән күргәҙмә Германияла Дюссельдорф ҡалаһында үтте.

Стенд әҙерләгән өсөн Башҡортостан предприятиелары күргәҙмә сертификатына лайыҡ булды.

—Германиялағы күргәҙмә беҙҙең өсөн үҫешеү һәм баҙар мөнәсәбәттәрен киңәйтеү буйынса бәйләнештәр булдырыу өсөн бизнес-майҙансыҡҡа әйләнде. Европа, Төньяҡ һәм Көньяҡ Американан абруйлы клиенттар менән һөйләшеүҙәр булып үтте. Продукция сифаты, продукция төрөүҙең төрлөлөгө, логистик схемалар эшләү мәсьәләләре тикшерелде. Күргәҙмә экспонаттары һәм оҙата барыусы программа саралары нефтехимия продукцияһы баҙарындағы хәлдәр, технологиялағы һуңғы ҡаҙаныштар менән төплөрәк танышырға, һатып алыуға заказдар урынлаштырырға мөмкинлек бирҙе, — тип билдәләне «Синтез-Каучук» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Ирина Шаһимәрҙәнова.

«Синтез-Каучук» акционерҙар йәмғиәте етәксеһе әйтеүенсә, күргәҙмә барышында тармаҡтың алдынғы предприятиелары сараға килеүселәргә каучук һәм пластмассалар, ҡорамалдар һәм сеймал, материалдар һәм әҙер изделиелар өлкәһендәге һуңғы фәнни ҡаҙаныштарҙы сағылдырыусы эшләнмәләр һәм идеяларҙың киң киң палитраһын, уларҙы етештереүҙәге яңы технологияларҙы һәм үҫеш тенденцияһын күрһәткән,

Полимер сәнәғәт ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә Рәсәйҙән, Азиянан, Польша, Чехия,  Венгрия, Бельгия, Италия, Бөйөк Британия, Швейцария, Төньяҡ, Көньяҡ һәм Үҙәк Американан, Голландиянан, Төркиәнән өс меңгә яҡын вәкил килгән.

темалар: күргәҙмәләр