Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.65

EUR 69.07

24 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Милли музейҙа боронғо әйберҙәр күргәҙмәһе асыла

Йәмғиәт

19 ноябрҙә Башҡортостан Милли музейында ХIХ быуат һәм ХХ быуат башындағы боронғо әйберҙәр музей коллекцияһынан «Ваҡыт һәм әйберҙәр» күргәҙмәһе асыла.

БР Милли музейының күргәҙмә эштәрен ойоштороу һәм үткәреү буйынса секторы мөдире Алһыу Мөфтәхованың һүҙҙәренә ҡарағанда, күргәҙмәлә тамашасылар бынан йөҙ йыл элек йәшәгән кешенең көндәлек тормошон, көнкүрешен һүрәтләгән экспонаттарҙы күрә аласаҡ. Былар сәғәттәр, теген машинкалары, боронғо үтектәр, данлыҡлы Тула самауырҙары, фарфор һәм көмөш һауыт-һаба, шулай уҡ интерьер предметтары, кейемдәр һәм башҡа әйберҙәр.

— Күргәҙмәлә төрлө пландағы музей коллекциялары менән танышырға, ата-олатайҙарыбыҙ һәм әсәй-өләсәйҙәребеҙ файҙаланған әйберҙәрҙең килеп сығыу һәм ҡулланыу тарихы хаҡында белергә мөмкин, — ти Алһыу Мөфтәхова.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть