4 декабрь, Йәкшәмбе

17 ноябрь 2010 йыл, 9:35

Хеҙмәт һаҡлау мәсьәләләре буйынса граждандар ҡабул ителә

автор: Евгений Рәхимҡолов

Иртәгә, 18 ноябрҙә, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленең БР буйынса төбәк йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә хеҙмәт һаҡлау һәм хеҙмәт тураһындағы закондарҙы күҙәтеү буйынса граждандарҙы ҡабул итеү ойошторола. Ҡабул итеүҙе Башҡортостан Республикаһындағы Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе урынбаҫары Владимир Гребенников үткәрә.

Ҡабул итеү 16 сәғәттә башлана. Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең адресы: Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 100-сө йорт ("Үҙәк баҙар" транспорт туҡталышы). Белешмәләр һәм алдан яҙылыу өсөн телефондар: 251-64-39, 251-77-91.

темалар: анонс