4 декабрь, Йәкшәмбе

15 ноябрь 2010 йыл, 9:12

16 ноябрҙә РФ гражданлығын юллау мәсьәләләре буйынса граждандарҙы ҡабул итеү ойошторола

автор: Евгений Рәхимҡолов

16 ноябрҙә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленең Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә Рәсәй Федерацияһы гражданлығын юллау мәсьәләләре буйынса граждандарҙы ҡабул итеү үткәрелә. Халыҡты Рәсәй Федераль миграция хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының гражданлыҡ мәсьәләләре буйынса бүлек начальнигы Александр Давыдов ҡабул итә.

Ҡабул итеү сәғәт 10-да башлана. Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 100-сө йорт адресы буйынса урынлашҡан (“Үҙәк баҙар” туҡталышы). Белешмәләр һәм алдан яҙылыу өсөн телефондар: 251-64-39, 251-77-91.

темалар: анонс