3 декабрь, Шәмбе

15 ноябрь 2010 йыл, 10:11

Коммуналь инфраструктураны модернизациялауға булышлыҡ итеү төбәк фонды төҙөлә

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — республиканың финанс министры Айрат Ғәскәров һәм БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Афонин Европа Реконструкция һәм үҫеш банкы делегацияһы менән осрашты.

Осрашыуҙа муниципаль  берәмектәрҙә Коммуналь инфраструктураны модернизациялауға булышлыҡ итеү төбәк фондын төҙөү һәм бергәләп уны финанслауҙың төбәк схемаһын әҙерләү мәсьәләләре тикшерелде.

Башҡортостан яғынан осрашыуҙа шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Милли банкы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Ринат Закиров, Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең тышҡы һәм төбәк-ара бәйләнештәр идаралығы начальнигы Руслан Мирсаяпов ҡатнашты.