Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә юғары кимәлдәге футбол клубы төҙөләсәк

Сәйәсәт

Өфөлә Рәсәй кимәлендәге үҙ футбол командаһы барлыҡҡа киләсәк. Ул Өфө стадиондарының береһендә урынлашасаҡ. Был турала «Башинформ» агентлығы һорауҙарына яуап биреп Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте. Төбәк башлығының һүҙҙәренә ҡарағанда, клуб лайыҡлы беренсе лига командаһы булып торорға тейеш.  

Рөстәм Хәмитов шулай уҡ, «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» акционерҙар йәмғиәтенә ҡараған Николай Гастелло исемендәге стадион базаһында паралимпия спорты үҙәге төҙөләсәк, тип билдәләне.

— Уны быйыл декабрҙә үк төҙөй башларға планлаштырыла, — тине ул.

Ҡасандыр популяр булған стадион һәм уның эргәһендәге территория бөгөн ташландыҡ хәлдә. Ҙур үҙгәртеп ҡороуҙар һөҙөмтәһендә стадион Рәсәйҙә төп паралимпия спорты үҙәктәренең береһенә әйләнеүе ихтимал. БР Президенты әйтеүенсә, республика етәкселеге Башҡортостанда социаль проекттарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть