Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

Рәсәй Юристар ассоциацияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе – Фәим Мөхәмәтшин

Йәмғиәт

«Рәсәй Юристар ассоциацияһы» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе отчет-һайлау конференцияһында уның яңы етәксеһе тәғәйенләнде. Ул – Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты начальнигы Фәим Мөхәмәтшин. Хоҡуҡ һаҡлау органдары өсөн кадрҙар әҙерләгән уҡыу йортона ул 2003 йылдың июненән етәкселек итә, уға тиклем институт начальнигы урынбаҫары булып эшләгән. Үҙ һөнәри байрамында ул тағы бер – почетлы, әммә бик яуаплы вазифа алды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, форумда ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, ассоциация алдына ҡайһы бер бурыстар ҡуйҙы: бушлай юридик консультациялар ойоштороу; мәғлүмәт порталы булдырыу; Дәүләт Йыйылышына ҡарауға тәҡдим ителгән закон проекттарына йәмәғәт экспертизаһы үткәреү. Шулай уҡ Президент Башҡортостан юристарына үҙҙәренең «Йыл юрисы» профессиональ конкурсын ойошторорға, республикала йәш юристар форумын үткәрергә тәҡдим итте.

Теги: юристар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть