6 декабрь, Шишәмбе

11 ноябрь 2010 йыл, 12:02

Япония банкылары Башкортостандағы инвестиция проекттары менән ҡыҙыҡһынды

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Хөкүмәте делегацияһының Японияға сәфәре сиктәрендә 10 ноябрҙә Японияның «Sumitomo-Mitsui» һәм «Mizuho Corporation Group» финанс корпорациялары вәкилдәре менән осрашыуҙар үткәрелде. Был Японияның иң ҙур финанс берекмәләренең береһе. Улар инвестиция проекттарына һәм корпорация клиенттарын хеҙмәтләндереүгә махсуслаша. Япония корпорацияларының филиалы бер нисә йыл инде Мәскәүҙә уңышлы эшләп килә.

Һөйләшеүҙәр барышында яҡтар, сәфәр һөҙөмтәләре буйынса Японияның Башҡортостанда проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ҡыҙыҡһыныу белдергән сәнәғәт корпорациялары исемлеген төҙөйәсәктәр, тип хәл иттеләр. Уларға киң финанс ярҙамы күрһәтеләсәк: арзан һәм «оҙон» кредиттар биреләсәк.

Шулай уҡ корпорацияларҙың Мәскәү филиалдарына йүнәлеш тотоу тураһында һөйләшеп килешеүгә өлгәшелде, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.