8 декабрь, Кесе йома

11 ноябрь 2010 йыл, 11:35

Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе урынбаҫары Руслан Саяхов скайп-конференцияла ҡатнашасаҡ

автор: Марина Шумилова

11 ноябрҙә «Асыҡ донъя. Кеше хоҡуҡтары өсөн» скайп-конференцияһы үтәсәк. Уның маҡсаты — уҡыусылар араһында хоҡуҡ белемдәрен пропагандалау буйынса көстәрҙе туплау һәм Кеше хоҡуҡтары декларацияһын пропагандалау.  

Конференцияла ҡатнашыусылар баланың, ҡатын-ҡыҙҙарҙың, инвалидтарҙың, сит илдәрҙәге ватандаштарыбыҙҙың хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләрен, хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлегенең башҡа аспекттарын тикшерәсәк. Конференцияның хөрмәтле ҡунаҡтары иҫәбендә — Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты рәйесенең мәғариф, тышҡы бәйләнештәр һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Руслан Саяхов. Руслан Саяховтың сығышының темаһы – «Ислам һәм толерантлыҡ». Руслан хәҙрәт скайп-конференцияла ҡатнашыусыларҙың иғтибарын ислам толерантлығының идеологик нигеҙҙәренә йүнәлтәсәк.