Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Виктор Христенко Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең эшен баһалай

Иҡтисад

Өфөгә Рәсәй Федерацияһының сәнәғәт һәм сауҙа министры Виктор Христенко эш сәфәре менән килде. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән бергә Виктор Христенко, шулай уҡ Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының Авиация сәнәғәте департаменты директоры Юрий Слюсарь, «ОБОРОНПРОМ» Берләшкән сәнәғәт корпорацияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Андрей Реус Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең (ӨМЭПБ) ҡайһы бер объекттарында булды. Улар араһында –газотурбина двигателдәре компрессорҙарының монотәгәрмәстәрен әҙерләү өсөн эксперименталь линия иретеп йәбештереү участкаһы. Был участка – Рәсәйҙә беренсе һәм Европала дүртенсе.

Виктор Христенко шулай уҡ махсус технология ҡулланып двигателдәр йыйылған заводтың йыйыу производствоһын ҡараны. Бының өсөн йыйыу подразделениеһына айырым узелдар өсөн комплекттар һәм әҙер изделиелар килә.

Бынан тыш, федераль министр перспективалы газотурбина двигателдәре етештереү өсөн турбиналар һәм компрессорҙар роторҙары әҙерләү комплексының йыйыу участкаһы менән танышты. Был комплекс «ӨМЭПБ производствоһын реконструкциялау һәм ҡайтанан техник ҡоралландырыу» проектын тормошҡа ашырыуҙың беренсе этабы булып тора.

Виктор Христенко, бөгөн Рәсәй хәрби һәм граждандар двигателдәр эшләү проекттарын тормошҡа ашырыу барышы, тармаҡты үҫтереү перспективалары менән танышыу үтә мөһим, тип билдәләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть