Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

БДУ-ның йәш ғалимы Рәсәй Фәндәр академияһының иң яҡшы аспиранты тип танылды

Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университеты аспиранты Илдар Ҡәйүмов тәбиғәт һәм гуманитар фәндәр өлкәһендә грантҡа дәғүә итеүгә «Рәсәй Фәндәр академияһының иң яҡшы аспиранттары» конкурсы еңеүселәре иҫәбенә инде. Конкурс Рәсәй Фәндәр академияһының ғилми учреждениелары һәм илдең төп вуздары аспиранттары араһында үткәрелде. Унда ҡатнашыу өсөн бөтәһе ете йүнәлеш – математика фәндәре, физика һәм астрономия, биология, химия һәм материалдар тураһында фәндәр, Ер тураһында фәндәр, инженер һәм техник фәндәр, йәмәғәт һәм гуманитар фәндәр буйынса 1000-дән ашыу заявка бирелде. Йомғаҡтар эксперт комиссияһы эше һөҙөмтәләре нигеҙендә иғлан ителде.

Илдар Ҡәйүмов, БДУ-ның теоретик физика кафедраһы аспиранты, «Инженер һәм техник фәндәр» номинацияһында еңде. Бынан тыш, ул — күп һанлы инновацион проекттар конкурстары еңеүсеһе, ғилми-тикшеренеү эштәре авторы. Уның ғилми етәксеһе – физика-математика фәндәре докторы, профессор Миңлеәхәт Шәмсетдинов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть