8 декабрь, Кесе йома

10 ноябрь 2010 йыл, 17:10

Япон бизнесмендары Башҡортостанға сәфәргә әҙерләнә

автор: "Башинформ"

9 ноябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте делегацияһының Японияға сәфәре сиктәрендә «Sekisui Kagaku», «Sekisui Heim» һәм «Sekisui Hause» компаниялары вәкилдәре менән осрашыуҙар үткәрелде.

Һөйләшеүҙәрҙә республикала ағасты тәрән эшкәртеү буйынса заманса производстволар ойоштороу, аҙ ҡатлы төҙөлөштөң прогрессив технологияларын индереү, Япония партнерҙары яғынан инвестициялар йәлеп итеү мәсьәләләре тикшерелде.

Япон бизнесмендарының Башҡортостанға сәфәре һәм берлектәге ағас эшкәртеү һәм йорт төҙөү предприятиелары төҙөү мөмкинлеген өйрәнеү маҡсаты менән республиканың Көньяҡ Урал төбәгенә барып ҡайтыу тураһында һөйләшеп килешеүгә өлгәшелде, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.