5 декабрь, Дүшәмбе

10 ноябрь 2010 йыл, 16:40

Өфөлә йәш энергетиктар тармаҡ проблемаларын тикшерҙе

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөлә йәштәр өсөн фәнни мәктәп элементтары менән «Энергетика һәм энергияны һаҡлау өлкәһендә ғилми-тикшеренеү проблемалары» Бөтә Рәсәй конференцияһы үткәрелде. Ул РФ Мәғариф һәм фән министрлығы ярҙамында «2009-2013 йылдарға инновацион Рәсәйҙең ғилми һәм ғилми-педагогик кадрҙары» Федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә үтте.

Форумда илдең ҙур энергетика компаниялары, энергетика ҡорамалдары етештереүсе фирмалары, ғилми-тикшеренеү институттары һәм вуздары вәкилдәре ҡатнашты.

Сараға Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән ил энергосистемаһының кадрҙар резервын тәшкил итеүсе 35 йәшкә тиклемге 160-тан ашыу йәш белгес саҡырылды. Йәштәр мөһим фәнни-техник мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә үҙаллылыҡ һәм әүҙемлек күрһәтте. Ҡатнашыусыларҙың һәр береһе Рәсәй энергетикаһының “ауыртҡан нөктәләре”н асыҡлауға үҙ ҡарашын күрһәтте һәм оригиналь ҡарарҙар тәҡдим итте. Автоматлаштырыу һәм һаҡлау, энергия менән тәьмин итеү һәм энергоаудит, электр энергияһы сифаты мәсьәләләре тикшерелде.

Конференция төрлө быуын ғалимдарҙың һәм производство хеҙмәткәрҙәренең ижади диалогы ни тиклем мөһим булыуын күрһәтте.