3 декабрь, Шәмбе

10 ноябрь 2010 йыл, 15:50

Юристар кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларын Өфөлә яҡлай аласаҡ

автор: Ольга Мортазина | фото: Андрей Старостин

Өфөлә, Конгресс-холда, «Рәсәй юристары ассоциацияһы» төбәк бүлексәһенең отчет-һайлау конференцияһы үтә. Уның эшендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, «Рәсәй юристары ассоциацияһы» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы Идараһы рәйесе, Дәүләт Думаһының Граждандар, енәйәт, арбитраж һәм процессуаль закондары буйынса комитеты рәйесе Павел Крашенинников, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев ҡатнашты.

— Хәҙерге үҫешкән дәүләт хоҡуҡ системаһының һөҙөмтәле эшләүе менән айырылып тора, — тине республика Президенты. — Ул, кеше закон буйынса үҙенә тейешле нәмәне ала, тип гарантиялай. Республикала юғары квалификациялы юристар аҙ түгел, ике йыл элек улар Рәсәй Юристар ассоциацияһына ҡушылды һәм ярайһы уҡ юғары кимәлдә эшләй. Ләкин көсәйтеүҙе талап иткән ҡайһы бер йүнәлештәр ҙә бар.

Иң элек бушлай юридик ярҙамды көсәйтергә кәрәк. Был эш сиктәрендә ҡыҫҡа ваҡытта хоҡуҡ мәҙәниәтен таратыуға булышлыҡ итерлек сайт — юридик портал булдырырға кәрәк. Минең ҡарашҡа, юристар депутаттар ҡабул иткән закондарға йәмәғәт экспертизаһы үткәрергә тейеш.  

Рөстәм Хәмитов шулай уҡ, ярҙам итергә вәғәҙә итеп, республикала Рәсәй юристары йәштәр форумын үткәрергә һәм урындағы «Йыл юрисы» профессиональ конкурсын булдырырға тәҡдим итте.

— Ғәжәп, беҙҙең вуздарҙа юриспруденция буйынса диссертация советы юҡ, — тип белдерҙе Президент. —  Юристарыбыҙ үҙ кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларын башҡа ҡалаларҙа яҡларға мәжбүр.

— Ысынлап та, был тәртипһеҙлек. Ҡайҙағыҙ, мин был мәсьәләгә тотонайым әле, — тине Павел Крашенинников залдағыларҙың алҡышлап ҡул сабыуы аҫтында: конференцияла эшләүсе юристар һәм Ассоциация ағзалары ғына түгел, шулай уҡ студенттары менән уҡытыусылар ҙа ҡатнашты, улар өсөн был мәсьәлә айырыуса мөһим.

Павел Крашенинников ҡыҫҡаса мөһим яңылыҡтар хаҡында һөйләне. Мәҫәлән, Рәсәйҙә интеллектуаль милек мәсьәләләре менән шөғөлләнәсәк Патент суды ойошторола. Тикшереү комитеты прокуратуранан айырыла, бөтә тикшереү бер органда тупланасаҡ. Нотариатты ла реформалаштырыу көтә — нотариустарҙың бушлай консультация биреү функцияһы барлыҡҡа киләсәк.

Башҡортостан юристары ойошмаһын иң беренсе Радий Хәбиров етәкләне, һуңынан — Рафаил Зинуров.  Бөгөн конференция бурыстарының береһе — төбәк бүлексәһе етәксеһен ҡайтанан һайлау.  

темалар: юристар