3 декабрь, Шәмбе

10 ноябрь 2010 йыл, 14:47

Башҡортостанда «Йәш ғаилә-2010» конкурсы үтә

автор: Эльмира Сабирова

Ҡалаларҙа һәм райондарҙа үткәрелгән «Йәш ғаилә — 2010» республика конкурсының беренсе этабы тамамлана. Еңеүселәр республика кимәлендәге смотрҙа ҡатнашыуға дәғүә итә ала.

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының Республика йәштәр мәғлүмәт үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, финалистарҙы жюри ғаилә тормошо, уның мауығыуҙары һәм ижади эҙләнеүҙәре сағылдырылған фото һәм видеоматериалдар буйынса билдәләйәсәк. Сәхнәлә үҙенсәлекле һәм матур сығыш яһау ғына түгел, шулай уҡ дөйөм көнкүреш мәҙәнилеге, ғаилә мауығыуҙары төрлөлөгө, актерлыҡ оҫталығы ла баһаланасаҡ.

Конкурста еңеүселәрҙең исемдәре декабрҙең беренсе яртыһында билдәле буласаҡ. Республика йәштәр мәғлүмәт үҙәге етәксеһе Елена Ледяйкина әйтеүенсә, гала-концертты үткәреү урыны аныҡ хәл ителмәгән әле.

— Ихтимал, финал Мәләүездә үтер, — ти ул.

Мәғлүм булыуынса, «Йәш ғаилә» конкурсы республикала Ғаилә йылы тип иғлан ителгән 1998 йылда раҫлана. Ярыш шарттары буйынса унда биш йәштән 10 йәшкә тиклемге балалары менән ғаиләләр ҡатнаша ала. Ир менән ҡатындың йәше 35 йәштән ашмаҫҡа тейеш.