11 декабрь, Йәкшәмбе

10 ноябрь 2010 йыл, 14:19

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығын Азат Ҡотлоәхмәтов етәкләне

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Президенты Указы менән Азат Ҡотлоәхмәтов республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры итеп тәғәйенләнде.  

Азат Нуриәхмәт улы Ҡотлоәхмәтов 1956 йылдың 10 октябрендә Учалы районында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. География фәндәре кандидаты.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1974 йылда Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында башлай. Совет Армияһында хеҙмәт итә. Төрлө йылдарҙа Учалы ҡала Советы башҡарма комитетының спорт комитетын, Учалы ҡала тәбиғәтте һаҡлау буйынса комитетын етәкләй, БР Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса дәүләт комитетының Учалы тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса берләштерелгән комитетының баш дәүләт инспекторы булып эшләй.  

Белорет тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса территориаль идаралығының Учалы тирә-яҡ мөхитте һаҡлау комитеты рәйесе, Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм экологик именлек буйынса министрлығының, Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса дәүләт комитетының, БР Тәбиғәт ресурстары министрлығының Учалы ҡалаһы буйынса вәкиле була.

2003 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем Өфө хакимиәтенең Ҡаланың йәшәйешен тәьмин итеү буйынса идаралығының экология һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау бүлеге начальнигы булып эшләй.

Президенттың икенсе Указы менән Иҙел Шәйәхмәтов үҙ теләге менән тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһынан бушатылды.