11 декабрь, Йәкшәмбе

10 ноябрь 2010 йыл, 9:50

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эше өсөн хәҙер Ирек Ялалов яуап бирәсәк

автор: "Башинформ"

Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры итеп 9 ноябрҙә Ирек Ялалов тәғәйенләнде. Был турала Указға республика Президенты Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.    

Ирек Ишмөхәмәт улы Ялалов 1961 йылдың 27 ғинуарында Өфөлә тыуған. Өфө нефть институтын һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1983 йылда «Эре панелле йорттар төҙөү» тресы мастеры булып башлай. ВЛКСМ-дың Октябрь район комитетында һәм Өфө ҡалаһы КПСС-тың Октябрь район комитетында эшләй, «Востокстрой-2» предприятиеһы директоры урынбаҫары, «Востокстрой-7» директоры, «Совинком» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте вәкиллеге етәксеһе була.

Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, ҡала Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы начальнигы, баш ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары вазифаларын биләй.

Ирек Ялалов Президенттың Рәхмәт хаты һәм Башҡортостандың Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Юридик фәндәр кандидаты.

Төбәк башлығы шулай уҡ Ғеман Әсәҙуллинды үҙ теләге менән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһынан бушатыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.