11 декабрь, Йәкшәмбе

10 ноябрь 2010 йыл, 9:19

Башҡортостандың яңы хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры – Ленара Иванова

автор: "Башинформ"

9 ноябрҙә Башҡортостан Президенты үҙ Указы менән республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры итеп Ленара Иванованы тәғәйенләне.

Ленара Хәким ҡыҙы Иванова 1968 йылдың 31 декабрендә Нефтекамала тыуған. Өфө авиация институтын һәм Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1990 йылда Өфө авиация институты студенттарының профком рәйесе урынбаҫары булып башлай.

Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы белгесе, социаль-гуманитар бүлек мөдире, секретары булып эшләй. Һуңғы дүрт йылда БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе урынбаҫары вазифаһын биләй.

«Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы» билдәһе менән наградланған.

Төбәк башлығының икенсе Указы менән Ринат Тимербаев үҙ теләге буйынса хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһынан бушатылды, тип хәбәр итә Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәте.