10 декабрь, Шәмбе

10 ноябрь 2010 йыл, 9:04

Өфөлә мең кешегә 340 автомобиль тура килә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөнөң генераль планына ярашлы, ҡала хакимиәте транспорт селтәрен үҫтереү программаһын эшләне. Башҡортостан баш ҡалаһының географик үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, юлдарҙы меридиональ-киңлек юҫығында урынлаштырыу нигеҙ итеп алынды. 2020 йылда мең кешегә автомобилдәр һаны 300 берәмек тәшкил итәсәк тип көтөлгәйне, әммә бөгөн үк был күрһәткес 340 берәмеккә тигеҙ, был планға етди төҙәтмәләр индерергә мәжбүр итә лә.  

Өфө хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, программа сиктәрендә транспорт магистралдәре төҙөү ҡаралған, уларҙы сафҡа индереү автотранспорттың транзит хәрәкәтен тәьмин итеү генә түгел, ҡалала булған автотрассаны бушатырға ярҙам итәсәк. Һөҙөмтәлә автотрассаның үткәреү һәләтлелеге артасаҡ һәм ҡалала экологик хәл яҡшырасаҡ.