Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Торлаҡ төҙөлөшө программаһы торлаҡты арзан һәм уңайлы яһарға булышлыҡ итәсәк

Иҡтисад

Хәҙерге ваҡытта Башҡортостанда эшкәртелгән торлаҡ төҙөлөшө программаһы йорттарҙы сафҡа индереү күләмдәрен ярайһы уҡ арттырыуҙы ҡарай. Мәҫәлән, 2015 йылда — өс миллион, ә 2020 йылда  биш миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ сафҡа индерергә планлаштырыла. Бында индерелгән торлаҡтың күп өлөшө экологик яҡтан саф, энергия һөҙөмтәлелеге һәм арзан хаҡ талаптарына яуап биреүсе эконом-класс сегментында булырға тейеш.  

Белгестәр баһалауынса, төҙөлөшкә инвестицияланған бер һум кәмендә дүрт һум килем килтерә. Тимәк, төҙөлөш эштәре күләменең үҫеүе һалым керемдәре артыуында ыңғай сағыласаҡ. Шул уҡ ваҡытта йорттарҙың уңайлылығы, торлаҡ фонды торошо, тораҡ пункттарының архитектура йөҙө яҡшырасаҡ.

2011-2015 йылдарға Республика маҡсатлы торлаҡ программаһы үҙ эсенә күп сараларҙы индерә. Улар иҫәбендә – ҡала төҙөлөшө һәм проект документацияһын әҙерләү, торлаҡ төҙөлөшө объекттарын ер участкалары менән тәьмин итеү. Был йүнәлештә эш алып барыла ла инде. Башҡортостанда 54 муниципаль райондың 27-һен территориаль планлаштырыу схемаһы, 12 ҡаланың, шулай уҡ муниципаль райондарҙың административ үҙәктәре булып торған 24 ауылдың генераль пландары эшләнгән. Программаны ғәмәлгә ашырыу осоронда республика һәм урындағы бюджеттарҙан ҡушма финанслау шарттарында бөтә территориаль берәмектәр өсөн яңы генераль пландар эшкәртеүҙе тамамларға планлаштырыла.

Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшөнә 28435 гектар дөйөм майҙан менән ер участкаһы бүлеү ҡаралған. Күрһәтелгән территорияларҙа 25204 мең квадрат метр самаһы торлаҡ төҙөләсәк, был билдәләнгән торлаҡ төҙөлөшө күләмдәрен ер участкалары менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть