11 декабрь, Йәкшәмбе

09 ноябрь 2010 йыл, 16:28

Ашығыс рәүештә паспорттар әҙерләп биргән өсөн граждандарҙан 16 млн. һум аҡса алынған

автор: Ольга Мортазина

Прокуратура тарафынан миграция закондарының үтәлешен тикшереү паспорт бүлектәре эшендә ҡағиҙә боҙоуҙарға юл ҡуйылыуын асыҡланы: айырым түләп, граждандар ашығыс рәүештә Рәсәй һәм сит ил паспорттары ала алған. Закон менән иһә туған-тыумасаһының ауырыуын йәки үлеүен раҫлаған документ күрһәткәндә генә өҫтәмә түләүһеҙ ҙә ҡыҫҡа ваҡытта (өс эш көнөндә) сит ил паспортын әҙерләп биреү ҡарала. Закон менән башҡа осраҡтар ҡаралмаған.

Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы подразделениеларында Рәсәй паспортын, дәүләт пошлинаһынан тыш 300 һум түләп, өс көндә; сит ил паспортын 200 һум түләп – 20 көндә, 1000 һум түләп 5 көндә алырға мөмкин.  

Тикшереү күрһәтеүенсә, 2009 йылда һәм 2010 йылдың уҙған осоронда өҫтәмә хаҡҡа 18 мең Рәсәй гражданы паспорты һәм 8 мең сит ил паспорты әҙерләп бирелгән, һәм, дөйөм алғанда, граждандарҙан законһыҙ рәүештә 16 миллион һум аҡса йыйылған.  

Тикшереү материалдары ғәйеплеләргә енәйәт эше ҡуҙғатыуҙы хәл итеү өсөн Рәсәй Прокуратураһы ҡарамағындағы Тикшереү комитетының БР буйынса Тикшереү идаралығына ебәрелде. Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы етәкселегенә ҡағиҙә боҙоуҙарҙы бөтөрөргә ҡушылды, әлеге ваҡытта законһыҙ практика туҡтатылған, тип хәбәр итә БР Прокуратураһы матбуғат хеҙмәте.