11 декабрь, Йәкшәмбе

09 ноябрь 2010 йыл, 15:16

10 ноябрҙә Башҡортостан профсоюздары пикет үткәрә

автор: Ольга Мортазина

10 ноябрҙә республиканың мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм мәҙәниәт профсоюздары Рәсәй Президенты һәм премьер-министрының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләре, шулай уҡ Республика Йорто алдында санкцияланған пикеттар үткәрә. Пикеттар дөйөм Рәсәй акцияһының сираттағы этабы булып тора – улар ил буйлап бөтә ерҙә үткәрелә.

Профсоюз лидерҙары бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡына властар иғтибарын йәлеп итергә теләй. 2009 йылдан хеҙмәт өсөн түләүҙең яңы системаһына күсеү бер ниндәй ыңғай һөҙөмтәләр бирмәне: хәҙер юғары квалификациялы хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы ҡәҙимге хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡынан айырылмай, бынан тыш, производствоға ҡарамаған өлкәлә эш хаҡтары 2008 йылдан бирле индексацияланмай. Профсоюздар, РФ Хөкүмәте уларҙың тәҡдимен һанға һуҡмай һәм ғәмәлгә ингән закондарҙы эшләргә мәжбүр итергә маташып ҡарамай, тип иҫәпләй.  

темалар: анонс