8 декабрь, Кесе йома

09 ноябрь 2010 йыл, 14:40

БДМУ студенттары Бөтә Рәсәй студенттар фармолимпиадаһына әҙерләнә

автор: Эльмира Сабирова

Башҡорт дәүләт медицина университетының фармацевтика факультетынан студенттар командаһы 2011 йылдың 27 ғинуарынан 29-ына тиклем Ярославлдә үтәсәк икенсе Бөтә Рәсәй студенттар фармолимпиадаһында ҡатнашыуға заявка бирҙе. Олимпиаданың рәсми сайты хәбәр итеүенсә, быйылғы ярыштар яңы йүнәлеш менән тулыландырылды — заманса технологик талаптарҙы, производство процесын һәм ҡорамалдарҙы белеү, шуға күрә ярыштарҙа ҡатнашыусылар араһында техник вуздар һәм факультеттар барлыҡҡа килде. Бөтә илдән 30-ҙан ашыу университет, институт һәм академия ҡатнашыуға заявка бирҙе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, беренсе Бөтә Рәсәй студенттар фармацевтика олимпиадаһы 2009 йылдың февралендә Мәскәүҙә үткәрелгәйне. Ул саҡта унда фармфакультеттар студенттарынан 100-ҙән ашыу иң яҡшы вәкил — Рәсәйҙең 19 ҡалаһынан 21 команда ҡатнашты. Ярыштар барышында «Фармация» белгеслеге буйынса уҡыған студенттар өйрәнгән төп предметтар һәм дисциплиналарҙы солғап алыусы дүрт секцияла еңеүселәр билдәләнде. Олимпиада-2009-ҙа еңеүселәр илдең төп фармацевтика предприятиеларында производство практикаһы үтеү һәм һуңынан унда эшкә урынлашыу мөмкинлеге алды.