4 декабрь, Йәкшәмбе

09 ноябрь 2010 йыл, 12:32

Финанс министрлығы төбәк лотереяларын контролгә аласаҡ

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән БР Финанс министрлығы республика территорияһында төбәк лотереялары ойоштороу һәм уларҙы үткәреү өлкәһендә барлыҡҡа килеүсе мөнәсәбәттәргә дәүләт көйләүен ғәмәлгә ашырыусы вәкәләтле башҡарма власть органы итеп билдәләнде.  

Финанс министрлығына төбәк лотереяларын үткәреүгә рөхсәт биреү, дәүләт реестры алып барыу һәм төбәк лотереяларын үткәреүгә, шул иҫәптән унан ингән аҡсаны маҡсатҡа ярашлы ҡулланыуға контроллек итеү бурысы йөкмәтелә.  

Бер ай эсендә Финанс министрлығы дәүләт төбәк лотереялары реестрын алып барыу һәм уларҙы үткәреүгә контроллек итеү тәртибен әҙерләп, уны Хөкүмәткә раҫлауға тәҡдим итергә тейеш.