11 декабрь, Йәкшәмбе

09 ноябрь 2010 йыл, 11:20

2011 йылда БР Эске эштәр министрлығы госпиталь һәм бер нисә уҡыу объекты төҙөйәсәк

автор: Ольга Мортазина

Киләһе йылға БР буйынса Эске эштәр министрлығында социаль һәм уҡыу объекттары төҙөү планлаштырылған. Был турала матбуғат конференцияһында министр Игорь Алешин хәбәр итте.

— Республика Президенты беҙҙең проблемаларға ҙур иғтибар менән ҡарай: эш хаҡы буйынса бурыстарҙы бөтөрөүгә бер миллиард һум аҡса бүленде, госпиталдең ике яңы корпусы төҙөлә башланы. Уға 15 мең ветеран, 20 мең пенсионер беркетелгән. Поликлиникала иҫәптә Эске эштәр министрлығы ғына түгел, башҡа подразделениелар хеҙмәткәрҙәре лә тора, шул уҡ ваҡытта бина бик ныҡ иҫкергән һәм унда һауығып сығыу бик икеле, — тине Игорь Викторович. — Республика бюджеты шулай уҡ госпиталь өсөн медицина ҡорамалдары һатып алыуға алты миллион һум аҡса бүлә, ул дауалау өсөн дә, хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығы торошон аттестациялау өсөн дә кәрәк.

Министр, киләһе йылда Өфө эргәһендәге Зинин ауылында Зональ кинологик үҙәк төҙөлә башлаясаҡ, Затонда уҡыу базаһында тир һәм атыу өсөн полигон барлыҡҡа киләсәк, тип хәбәр итте. «Әле беҙҙең уҡыу базаһында электрон тир ғына бар, ә Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәренә табелле ҡоралдан атып өйрәнеү мөһим», — тип аңлатты республика ведомствоһы башлығы.