Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала Эске эштәр министрлығында ҡыҫҡартыу тәбиғи юл менән үткәреләсәк

Йәмғиәт

Милиция көнөнә арналған матбуғат конференцияһында, Башҡортостандың эске эштәр министры Игорь Алешин ведомствола үткәреләсәк ҡыҫҡартыуҙар тураһында һөйләне.

— Әлеге ваҡытта республикала 26 меңдән ашыу милиционер иҫәпләнә. Был һан биш меңгә кәметелергә тейеш: беҙҙең алға хеҙмәткәрҙәр һанын 22 процентҡа кәметеү бурысы ҡуйылды. Был процесс башланды ла инде, етмәһә тәбиғи юл менән. Яңы талаптарға тап килмәгән кешеләр бар, тәртип боҙоу осраҡтары күҙәтелә — бына шундай кешеләр китәсәк тә, — тип аңлатты Игорь Викторович, хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуҡтары сикләнмәҫме, тигән һорауға яуап биреп. Бынан тыш, министр, федераль министр Рәшит Нургғәлиевтың инициативаһы буйынса республикала элекке милиционерҙарҙы эшкә урынлаштырыу буйынса комиссия төҙөләсәк, быны Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та хупланы, тип хәбәр итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть