6 декабрь, Шишәмбе

09 ноябрь 2010 йыл, 10:29

Иглин районы хакимиәте ревизорҙарҙы индермәне һәм журналистарҙы ҡыуҙы

автор: «Башинформ» | фото: Олег Яровиков

Дүшәмбе, 8 ноябрҙә, Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы (КИП) рәйесе Салауат Харасов үҙе Иглин районы муниципаль районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Геннадий Решетниковҡа планлы ревизия үткәреү өсөн документтарҙы алыуға запрос тапшырырға маташып ҡараны. Иглин хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Валентина Куприянова КИП башлығын, ревизорҙарҙы, БР Дәүләт Йыйылышы депутаттарын бинаға үткәреүҙән ҡәтғи баш тартты. Был инде Иглин районы хакимиәтенең контроллек итеүсе органдарҙың закон нигеҙендә эш итеүенә тәүге тапҡыр ғына ҡаршы тороуы түгел. Хакимиәт бинаһы фойеһында оҙаҡ ҡына һөйләшеүҙәрҙән һуң район хакимиәте вазифаһын башҡарыусы КИП хеҙмәткәрен бинаға үткәрҙе, һәм документтарҙы теркәүгә өлгәшелде.

Салауат Харасов аңлатыуынса, «Башҡортостан Республикаһының Контроль-иҫәп палатаһы тураһында» БР Законына ярашлы, ревизорҙар хакимиәттә муниципаль бюджеттың 2009 йылда һәм 2010 йылдың уҙған осоронда үтәлешен планлы тикшереү үткәрергә тейеш ине.

Иглин хакимиәтендә документтарҙы ревизорҙарға биреүҙән баш тарттылар. Элек бында ҡолас йәйеп ҡаршы алған журналистарҙы ла вахтер ултырған урындан ары үткәрмәнеләр, уларҙы ревизорҙарҙың «һөрәнселәре» тип атап, заказ үтәүҙә ғәйепләнеләр. Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен Иглин районы хакимиәте бинаһынан ҡыуып сығарыу өсөн шлем һәм бронежилеттар кейгән, Калашников автоматтары һәм резина суҡмарҙар менән ҡоралланған ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителде.  

КИП хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, 2 ноябрҙә үк улар хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы Геннадий Решетников менән осрашҡан, ул район хакимиәте башлығы Ришат Исхаҡовтың эш урынында булмауы менән бәйле тикшереү үткәреүҙе кире ҡаҡҡан. 3 ноябрҙә район хакимиәте адресына, документтарҙы контроллек итеүсе органдарға тапшырыуҙың тәғәйен сроктарын билдәләп, запрос ебәрелә, улар ҙа әлеге көнгә тиклем үтәлмәгән. КИП вәкилдәре Иглин районы прокуратураһына мөрәжәғәт итте һәм был факт буйынса административ хоҡуҡ тәртибен боҙоу тураһында протокол төҙөлдө.

8 ноябрҙә Иглин ауылына тикшереү үткәреү тураһында кәрәкле документтарҙы туранан-тура тапшырыу өсөн КИП башлығы Салауат Харасов, БР Дәүләт Йыйылышы вәкилдәре килә.

Иглин районы муниципаль районы хакимиәтендәге сығанаҡ хәбәр итеүенсә, хакимиәт башлығы Ришат Исхаҡов, отпускыла булыуына ҡарамаҫтан, эш урынында булған һәм 8 ноябрҙә эш кәңәшмәһе үткәргән. Планлы тикшереү үткәрергә маташҡан ваҡытта хакимиәт бинаһында корпустарына инвентаризация номерҙары яҙылған компьютерҙарҙың системалы блоктарын ташыусы кешеләр үткеләп йөрөнө. Райондағы хәл менән таныш сығанаҡ хәбәр итеүенсә, байрам көндәре булыуға ҡарамаҫтан, район хакимиәте вәкилдәре эшләүен дауам иткән, хеҙмәткәрҙәрҙең күптәре эшкә саҡырып алынған һәм, ихтимал, контроллек итеүсе органдарҙы ҡыҙыҡһындырған документтар менән шөғөлләнгәндер.