8 декабрь, Кесе йома

08 ноябрь 2010 йыл, 17:09

Рәсәй Транспорт министрлығы федераль юлдарҙы үҫтереүгә средстволар бүләсәк

автор: "Башинформ"

Ноябрь аҙағында Башҡортостанға М-5 федераль трассаһын үҫтереүгә 4,2 млрд. һум аҡса килеүе көтөлә. Был турала 8 ноябрҙә Хөкүмәт Йортонда БР Президенты Рөстәм Хәмитов рәйеслегендә үткән кәңәшмәлә вице-премьер Сергей Афонин хәбәр итте.

Төбәккә федераль транш бүленеүе уҙған аҙнала Рәсәй транспорт министры урынбаҫары Олег Белозеров менән осрашыу ваҡытында раҫланды. Средстволар федераль трассаның Зинин менән Жилин ауылдары районындағы участкаһын реконструкциялауға йүнәлтеләсәк. Программа 3 йылға иҫәпләнгән. Ул өс һыҙатлы юл һәм Ағиҙел йылғаһы аша күпер төҙөүҙе күҙ уңында тота. 2 йылдан һуң тағы 5,2 млрд. һумлыҡ яңы транш көтөлә.

Сергей Афонин шулай уҡ, Кушнаренко ауылын урап, М-7 федераль трассаһы участкаһын төҙөүгә средстволар бүленеүе тураһында ла хәбәр итте. Был маҡсаттарға яҡын араларҙа Рәсәй Транспорт министрлығы 2,7 млрд. һум һәм 2 йылдан һуң тағы шул тиклем үк бүләсәк.

Рөстәм Хәмитов автотрассалар төҙөүгә федераль ресурстар йәлеп итеү буйынса эште көсәйтергә, шулай уҡ республикала ауыл юлдарын үҫтереү программаһын эшләргә ҡушты, тип хәбәр итә Хөкүмәт матбуғат хеҙмәте.