5 декабрь, Дүшәмбе

08 ноябрь 2010 йыл, 16:24

Башҡортостан Хөкүмәте делегацияһы Японияға юлланды

автор: "Башинформ"

Башҡортостан делегацияһы 9 ноябрҙән 13-өнә тиклем IV Рәсәй-Япония инвестиция форумында ҡатнашыу өсөн Японияға сәфәргә юлланды.  

Делегация составында Премьер-министр урынбаҫары – БР Хөкүмәте Аппараты Етәксеһе Илшат Тажетдинов, иҡтисади үҫеш министры Владимир Балабанов, Башҡортостандың Япониялағы рәсми вәкиле, БР Президенты советнигы Ринат Муллагилдин.

Сәфәр ваҡытында Япония компаниялары вәкилдәре менән осрашыуҙар һәм һөйләшеүҙәр үткәреү планлаштырылған. Башҡортостандың инвестиция потенциалын презентациялау үткәреләсәк. Ҡаҙылма байлыҡтар табыу һәм эшкәртеү, агросәнәғәт комплексы, урман хужалығы, төҙөлөш индустрияһы, тау саңғыһы курорттары һәм туризмды ойоштороу өлкәһендәге проекттар Япониянан потенциаль инвесторҙар иғтибарына тәҡдим ителәсәк, тип хәбәр итә республика Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.