7 декабрь, Шаршамбы

09 ноябрь 2010 йыл, 11:00

Башҡортостан 2011 йылғы сәсеү кампанияһына әҙерләнә

автор: "Башинформ"

Башҡортостанда урып йыйыу эштәре ошо көндәрҙә тулыһынса тамамланасаҡ. Был турала 8 ноябрҙә БР Хөкүмәтендә Президент Рөстәм Хәмитов рәйеслегендә үткәрелгән кәңәшмәлә әйтелде, тип хәбәр итте Премьер-министр урынбаҫары Шамил Вахитов.

— Һуңғы гектарҙарҙа шәкәр сөгөлдөрөн йыйып алыу бара, — тип хәбәр итте вице-премьер. — Шишмә районында ғына 80 гектар  плантациянан тамыраҙыҡтарҙы йыйып алырға ҡалды. Аграрийҙар киләһе сәсеү кампанияһына планлы әҙерлек алып бара. Талап ителгән 278 мең тонна орлоҡтоң 254 мең тоннаһы һалынған. Шуның 9,4 мең тоннаһы республиканан ситтән килтерелгән. Иҫәпләүҙәр буйынса Омск һәм Новосибирск өлкәләренән тағы ла 17 мең тонна самаһы орлоҡ килтерергә талап ителә.

Ужым культуралары сәсеүлектәре тикшерелде. Сәселгән 656 мең гектарҙың 84 мең гектарында ужым культуралары шытып сыҡманы. Яуып үткән ямғырҙар ужым сәсеүлектәрендә ыңғай сағылды. Белгестәр ужым бойҙайы һәм тритикале буйынса ыңғай һөҙөмтәләр көтә. Шулай ҙа яҙға өҫтәп орлоҡ килтереү талап ителәсәк.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов агросәнәғәт комплексына ҡоролоҡ менән бәйле сығымдарҙы компенсациялауға бүленгән субсидияларҙы файҙаланыу һөҙөмтәлелегенә контролде көсәйтергә ҡушты, тип хәбәр итә Республика Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.