Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Ноябрҙең икенсе яртыһында ҡыш килеүе көтөлә

Йәмғиәт

Башҡортостанда был башланған аҙна артыҡ һыуыҡтар килтереүе көтөлмәй. Был турала “Башгидромет” үҙәгенең баш синоптигы Анна Козаева хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, төнөн һауа температураһы нулдән биш градус һыуыҡҡа тиклем тәшкил итәсәк. Көндөҙ биш градусҡа тиклем йылы буласаҡ. Икенсе яртыһында ике-ете градус нулдән юғары булыуы көтөлә.

— Аҙна барышында бер аҙ яуым-төшөм булыуы ихтимал, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Анна Козаева. Шулай уҡ ул әлеге ваҡытта Учалыла һәм Белоретта ҡар ятыуын теркәгән. Республиканың айырым райондарында боҙлауыҡ һәм сымдарға еүеш ҡар йәбешеү осраҡтары күҙәтелгән. Шулай ҙа ноябрь уртаһына тиклем ҡыш көтөлмәй әле.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть