Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Ирәндек майҙанындағы мәрмәргә әйләнгән эзбиз ятҡылыҡтары аукционға сығарылды

Иҡтисад

Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса Федераль агентлыҡ (Роснедра) Башҡортостандың Әбйәлил районы муниципаль районы биләмәһендә урынлашҡан Ирәндек майҙанындағы мәрмәргә әйләнгән эзбиз ятҡылыҡтарын геологик өйрәнеү, тикшереү һәм табыу маҡсатында ер аҫты байлыҡтары менән файҙаланыу хоҡуғына аукцион иғлан итә.

Аукцион быйыл 28 декабрҙә урындағы ваҡыт менән 14.00 сәғәттә башлана.

Аукцион Өфө, Ленин урамы, 86 адресы буйынса БР буйынса Ер аҫты байлыҡтары менән файҙаланыу идаралығында (Башнедра) үткәрелә.

Аукционда ҡатнашыу өсөн заявкалар биреү срогы 29 ноябрҙә урындағы ваҡыт менән 16.00 сәғәттә тамамлана. Аҡса индереү срогы — 29 ноябрҙән дә һуңға ҡалмайынса.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть