4 декабрь, Йәкшәмбе

08 ноябрь 2010 йыл, 12:44

Өфөләр ун сутыйҙан кәмерәк участкаларҙы өҫтөн күрә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Быйыл өсөнсө кварталда Өфө эргәһендәге ер участкалары баҙарында ун сутыйҙан кәмерәк майҙан менән участкалар тәҡдимдәрҙең иң күп өлөшөн тәшкил итә (42%). 20 сутыйҙан 30 сутыйға тиклем (12%) һәм 30 сутыйҙан ашыу майҙан менән (9%) участкалар аҙыраҡ йәлеп итә.

«Азимут» күсемһеҙ милек берҙәм мәғлүмәт хеҙмәте аналитигы Екатерина Иманғолова хәбәр итеүенсә, Башҡортостан баш ҡалаһы эргәһендәге ер участкаларының уртаса хаҡы, участка майҙанына ҡарап, 320 меңдән миллион ярым һумға тиклем тирбәлә.    

Ер участкаларын һатыу буйынса иң күп тәҡдимдәр — Нагаевола, Аҡбирҙелә һәм Булгаковта. Был тораҡ пункттарындағы объекттар ҙур экспозиция срогы менән бәйле артыҡ ҙур һорау менән файҙаланмай. Өфө – Иглин йүнәлеше халыҡты нығыраҡ ылыҡтыра. Мәҫәлән, Иглинда бер сутый ерҙең хаҡы 56 мең һум тәшкил итә.