8 декабрь, Кесе йома

08 ноябрь 2010 йыл, 12:18

Өфөлә милиционерҙар «Галле» клубын япты

автор: Ольга Мортазина

Өфөнөң уртаһында иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш буйынса баш ҡала подразделениеһы хеҙмәткәрҙәре сираттағы ҙур уйын йортон япты. Ҡала Эске эштәр идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә «Галле» клубында лотерея автоматтарында лицензияһыҙ программа тәьминәтен файҙаланыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. 85 уйын автоматы экспертизаға оҙатылды. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса ғына зыян ярты миллион һумдан ашыу тәшкил итә. Хәҙер был эште ҡала эске эштәр идаралығы тәфтишселәре тикшерә. Ғәйеплеләргә Енәйәт Кодексына ярашлы алты йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү хөкөмө янай, тип хәбәр иттеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәтенән.

темалар: уйын бизнесы