4 декабрь, Йәкшәмбе

08 ноябрь 2010 йыл, 12:01

Халыҡтың торлаҡ-коммуналь хеҙмәтләндереүҙәре өсөн бурысы 1,9 миллиард һумға етте

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеларының энергоресурстар менән тәьмин итеүселәргә кредитор бурысы быйылғы туғыҙ ай йомғаҡтары буйынса 734 миллион һум тәшкил итте. Был мәғлүмәттәр БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы коллегияһы ултырышында килтерелде.

— Урындарҙа булған бурысты бөтөрөү буйынса бөтә саралар күрергә кәрәк, бының өсөн резервтар бар, — тип иҫәпләй БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ғеман Әсәҙуллин.

Иң элек, был халыҡтан бурыстарын түләттереү, ул 1,9 миллиард һум тәшкил итә. Быйыл ғына был бурыс 570 миллион һумға йәғни 40 процентҡа артты.

Министр фекеренсә, халыҡтан бурыстарын түләттереү һөҙөмтәлелеге элеккесә түбән булып ҡала. Туғыҙ айҙа ни бары 968 миллион һум йәғни дөйөм бурыс суммаһының алты процентын ғына түләттереүгә өлгәшелде. Бынан тыш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары араһында бурыстарын түләмәү проблемаһы бар.

— Бынан сығыу юлы социаль ярҙам алыу мөмкинлеге тураһында аңлатыу һәм мәғлүмәт эше алып барыуҙа күренә, — тине Ғеман Әсәҙуллин. – Һәм, әлбиттә, ҡулланылған ресурстарҙы иҫәпкә алыу приборҙары ҡуйыуҙы юлға һалыуҙа.