Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 55.84 ↓

EUR 60.79 ↑

26 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Стәрлетамаҡта Башҡортостан эшҡыуарҙары форумы үтәсәк

Иҡтисад

11 ноябрҙән 13-өнә тиклем Стәрлетамаҡта «Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарлыҡ көндәре» асыҡ форумы үтәсәк. Ҡала Мәҙәниәт һарайында республиканың көньяҡ төбәге  бизнес-берләшмәһе вәкилдәре йыйыласаҡ.

Форумды ойоштороусылар – Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте, БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, БР Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты, БР Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты, БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы, «Стәрлетамаҡ эшҡыуарҙары ассоциацияһы» Коммерция булмаған ойошмаһы, Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы.  

Форум ҡуйған бурыстар һәм маҡсаттар араһында — Башҡортостанда эшҡыуарлыҡ әүҙемлеген стимуллаштырыу,  бизнес-контакттарҙы нығытыу, тәжрибә уртаҡлашыу, мода индустрияһын үҫтереү, ижади йәштәрҙе, һәләтле белгестәрҙе асыҡлау һәм дәртләндереү.

Асыҡ форум сиктәрендә банк һәм страховка ойошмалары, бизнес предприятиелары һәм ойошмалары күргәҙмәләре эшләйәсәк, түңәрәк өҫтәлдәр, ғилми-ғәмәли конференция, дискуссия майҙансығы, тәжрибә уртаҡлашыу һәм бәйләнештәрҙе нығытыуҙың башҡа формалары ойоштороласаҡ.

Бынан тыш, «Көҙгө вернисаж» Асыҡ мода, матурлыҡ һәм сәләмәтлек фестивале һәм «Ҡатын-ҡыҙ — йыл директоры» XIV Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабын үткәреү планлаштырылған.

Бөтә саралар 12 ноябрҙә «Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарлыҡты дәүләт яҡлауы» темаһы менән берләштереләсәк. Йома кис гала-концерт ойоштороласаҡ, конкурстар еңеүселәрен наградлау тантанаһы үткәреләсәк.

13 ноябрҙә, шәмбе көнө, БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары Ассоциацияһы Советының күсмә киңәйтелгән ултырышы үткәреләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть