8 декабрь, Кесе йома

08 ноябрь 2010 йыл, 10:48

Октябрҙең 93 йыллығын Башҡортостан коммунистары Өфөлә митинг менән билдәләне

автор: Марина Шумилова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан коммунистары Октябрь социалистик революцияһының 93 йыллығын Өфөлә байрамса тантаналы йөрөш һәм митинг менән билдәләне. В.И. Ленин исемендәге майҙанда, Октябрь юлбашсыһы һәйкәле алдында митинг ветерандарҙы, КПРФ-тың һәм РФ Коммунистик йәштәр союзының төбәк бүлексәләре активистарын йыйҙы.

— Ваҡыт үткән һайын Октябрь революцияһының әһәмиәте үҫә бара, — тип билдәләне йыйылыусыларға мөрәжәғәт итеп, КПРФ-тың Башҡортостан рескомының беренсе секретары Рифғәт Гарданов. – Рәсәйҙә даими катастрофаларға, хаҡтар һәм тарифтар артыуына, гражданлыҡ хоҡуҡтарын һәм социаль гарантияларҙы сикләүгә килтереүсе һәр яңы либераль-буржуаз реформа быны раҫлай.

Митингыға сығыусылар ҡабул иткән резолюцияла «айырым бер төркөм кешеләр файҙаһына дәүләт табыштарын тупаҫ экспроприациялау»ға, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтарына, электр энергияһына, аҙыҡ-түлеккә сираттағы хаҡтар артыуға ҡаршы протест сағылдырыла.

Митингыла ҡатнашыусылар тағы ла Президентҡа һәм  Башҡортостан Хөкүмәтенә В.И.Ленин һәйкәлен Ленин скверындағы элекке урынына, ә Вәлиди урамына Фрунзе исемен кире ҡайтарырға саҡырып мөрәжәғәт итте.